Ирәмәлгә Белорет районы Николаевка ауылы яғынан һуҡмаҡ һалына

Ул федераль грант иҫәбенә башҡарыла. Шулай уҡ Ростуризм гранты ярҙамында туристар өсөн ике яңы йорт төҙөлгән. Был хаҡта төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты һәм сәйәхәтселәр өсөн Ирәмәлде асыусыларға рәхмәт белдерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева туристарға яңы тыуҙырылған шарттарҙы үҙендә һынап ҡарап Ирәмәл тауына артылды.

Бөхтә, заманса һәм уңайлы. Ашарға бешерергә, йыуынырға – ял итергә килгән кеше өсөн бөтәһе лә бар. Йыһаздарҙың күбеһе ғаилә башлығы ҡулы менән яһалған. Көҙгөләрҙе ҡул эше оҫтаһы яһап биргән, һыуытҡыстағы магниттар башҡорт стилендә. Өфөлә йәшәүсе ғаилә Рина Гринберг менән Айрат Хәмитов турист булараҡ килеп йөрөгәндән һуң Николаевканан үҙҙәренә йорт һатып алған.

Ә бер йылдан һуң сәйәхәт итергә яратыусылар өсөн ике йорт төҙөгән. Проект Ростуризмдың конкурсы буйынса федераль грант ярҙамында тормошҡа ашырылған.Рина ғаилә мәғариф үҙәгендә эшләй. Өфө менән Николаевкаға араһын аҙнаһына ике урай.

Конкурста еңеп 3 миллион һум грант алдыҡ. Беҙ шул уҡ күләмдә үҙебеҙ ҙә аҡса ҡуштыҡ. Сөнки 2021 йылда төҙөлөш материалдарына хаҡ артҡан ваҡытҡа тура килде. 61-се йорт тип атау урамдағы адресы буйынса. Баналь исем һанамаҫҡа тырыштыҡ.

Рина Гринберг, «61-се йорт «турист базаһы етәксеһе

Эске туризм үҫеше ҡунаҡ йорттарынан башлана ғына бит. Был яҡҡа ҙур инвесторҙар килмәй. Сөнки юл һалынмаған.

Тирлән боролошонан Николаевкаға илткән 26 саҡырым юлға асфальт түшәлмәгән. Байегетовтар ҙа яҡшы юл юҡ тип тормаған, бында биш йыл элек турбаза асҡан.

Ауылдан Ирәмәл тауына тиклем 25 саҡрым тирәһе. 15 саҡрымын Илнур бер туғаны Азат менән буханкаларҙа илтә. Бәләкәй һәм Ҙур Әүнәр, Тығын, Сүнәк йылғаларын вездеходтар карап һымаҡ йөҙөп тигәндәй сыға.

Урман аша үткәндә үткеһеҙ урындарҙа ағалы-ҡустылы бер-береһенә ярҙам итә. Һаҙлыҡта батҡан хәлдә лә егеттәр уңайын таба, туристарҙы тейешле урынға алып барып еткерә.

Ҡырағай тәбиғәттең саф һауаһы, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр, тайга. Әкиәттәгеләй мөғжизәле урман эсенән артабан ун саҡырым тирәһе йәйәү барырға.

Һуҡмаҡ яҡынса бер саҡрым араға һалына. Таҡталарҙы ҡыш ҡаргиҙәрҙәр менән Байегетовтар ташыған. Проект өсөн федераль грантты Рина Гринберг юллаған. Бер миллион һум аҡса тауға Учалы районы Байһаҡал ауылы яғынан һуҡмаҡ һалырға ла еткән.

Ирәмәлгә күтәрелер алдынан Илнур Миңнулла улы билдәләр ҡуйҙы. Туристар был урында йыш аҙаша икән. Һуҡмаҡ һалыу, билдәләр ҡуйыу «Ирәмәл» тәбиғәт паркы менән килешеп эшләнә.

Артабан таш йылғаһы аша текә тауға – Ирәмәлдең түбәһенә үрмәләргә кәрәк. Ирәмәлгә болоттар бейеклегенә артылыу еңелдән булмаһа ла, тауҙың тартыу көсө бар, ти туристар. Үрҙәге һыуыҡ ел, ҙур-ҙур таштарҙан йөрөү сәйәхәтсе өсөн сик түгел. Ә бына ил сиктәренең ҡайһы бер яҡтарға ябылыуы күптәрҙе Башҡортостанда ҡалдырған.

Башҡортостан буйынса сәйәхәт итеүселәр туризмдың Ирәмәлгә артылғандағы һымаҡ бер туҡтамай юғарыға табан барыуын билдәләй. Эске туризмды үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамын ҡулланыу көнүҙәк. Тимәк, был өлкәлә һалынаһы һуҡмаҡтар, яулайһы үрҙәр алда.

Фото №1 - Ирәмәлгә Белорет районы Николаевка ауылы яғынан һуҡмаҡ һалына

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ