Фәнни маҡсаттарҙа уларҙы аҫрап ишәйтеү өҫтөндә эшләгән инспекторҙар йылдағыса януарҙарҙы 1 йәшкә тиклем үҫтереп ҡырға оҙатты. Республикала тәбиғәт шарттарында үрсегән маралдар иҫәбе 1500-гә тиклем еткән. Бөрйән районынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында маралдарҙы иреккә ебәреү үҙе бер тамашаға тиң. Кескәйҙәр һәм ял итеүселәр ҡырағай йәнлекте яҡындан күреп ҡыуана. Ҡурсаулыҡта фәнни маҡсатта аҫралған маралдарҙы үҙаллы тормошҡа ебәреү матур йолаға әйләнгән. Үлән менән туҡланған януарҙар Көньяҡ Урал шарттарына күптәг яраҡлашҡан.
Тәбиғәттә ҡырағай йәнлектәр 15 йәшкә тиклем йәшәй ала. Улар йәйге ваҡытта үлән, ҡышҡы һыуыҡтарҙа ағастарҙағы мүкте һәм сыбыҡтарҙы ашай. Маралдарҙың популяцияһын һаҡлау өсөн тәбиғәт ҡурсаулығында күп яҡлы эш алып барыла. 50 мең гектар тәшкил иткән майҙанда инспекторҙар һыбай тикшереүҙәргә йөрөй. Уларҙың көндәлек патруль эшен еңелләштерү өсөн хеҙмәткәрҙәргә өс мотоцикл бүләк ителде.
Урман-таулы төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәтендә урынлашҡан ҡурсаулыҡта «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, шул иҫәптән маралдарҙы өйрәнеү, уларҙы ишәйтеү төп бурыстарҙың береһе булып тора.
Флорида Ким







