Күләмле мәҙәни сара өс көнгә иҫәпләнгән. Тәүгеләрҙән булып «Торатау» конгресс-холы амфитеатрындағы сәхнәлә республиканан сыҡҡан билдәле артистар сығыш яһай. Концерт программаһы «Башҡортостанда тыуғандар» тип исемләнгән.
Сараның хедлайнеры – «Пицца» төркөмө». Фестивалгә әҙерлек барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра. ¤
Сәғәт киске һигеҙенсе яртыла «Евразия йөрәге» фестивален асыу тантанаһы үтә. «Торатау» конресс-холы амфитеатрында бөгөн Башҡортостанда тыуып, республиканы ил, халыҡ-ара кимәлендә танытҡан билдәле артистар сығыш яһай.
Cараны ойоштороусы булараҡ төбәктең мәҙәниәт министрлығы сығыш яһай. «Голос» проектында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙан тыш, оло сәхнәгә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры, «21-се быуат тенорҙары» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө сыға.
Өфөлә «Евразия йөрәге» өс көн дауамында тибәсәк. Иртәгә майҙанда «Симфоник төн» үтә. Башҡортостандың милли симфоник оркестры башҡарыуында донъя классикаһы әҫәрҙәрен тыңларға мөмкин. Дирижер пульты артында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков була.
Гала-концертҡа килгәндә, ул Йәштәр көнөнә арнала. Йәкшәмбе Башҡортостан коллективтарынан тыш, Бүрәт республикаһы менән Ҡаҙағстанддан этно-фольклор коллективтар ҙа саҡырылған. Хедлайнерҙар – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов менән «Дискотека авария» төркөмө.
«Евразия йөрәге» фестивале 2016 йылдан алып ойошторола, ошо ваҡыт эсендә уға ярты миллиондан кеше тамаша ҡылған, сараны онлайн-форматта күҙәтеүселәр иһә дүрт тапҡырға күберәк. Рәсәйҙең иң яҡшы ун мәҙәни фестивале исемлегенә ингән проекттан ситтә ҡалмағыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында сараның тура трансляцияһы ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина




