Иң оҫта кондуктор һәм водитель Башҡортостандың ҡайһы районында йәшәй?

Һорауға яуап бөгөн «Башавтотранс» автотранспорт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре бәйгеһендә билдәле булды. Водителдәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аҙ түгел ине. Еңеүселәргә матди приздар әҙерләнгәйне. Ҡыҙыҡлы шәхестәр һәм конкурс шарттары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.

Кондуктор булып өсөнсө йыл ғына эшләһә лә, ул бөтә Стәрлетамаҡ пассажирҙарына таныш. Сағыу кейеме өсөн Гүзәл Небогатованы «беҙҙең стюардессабыҙ» тип йөрөтәләр. Формаһын һәм баш кейемен ханым үҙе теккән. «Алға» картаһын алҡа урынына тағып алыу ҙа уның идеяһы. Уның менән автобуста иҫәпләшеп тә була. Үҙенсә бер төрлө реклама, ти ханым.

Пассажирҙарҙың да төрлөһө була. Иҫерек, асыулылары ла осрарға мөмкин. Холҡһоҙ пассажирҙар менән аралашыу оҫталыҡтары конкурста профессиональ күнекмә булараҡ баһаланды. Автобуста шартлы хәлдәр булдырыла: эт йәки ҙур багаж менән ингән пассажирҙар, ҡаршы һөйләшкән үҫмерҙәр индерелә. Кондукторҙың эшен жюри ағзалары күҙәтә.

Водителдәр ярышында автобустар маркаһы буйынса номинациялар бар ине. НЕФАЗ, ФОРД ТРАНЗИТ һәм ПАЗ водителдәре тәүҙә юл ҡағиҙәләре буйынса теоретик һынау үтеп, ваҡытҡа эстафетала ярышты. Бында автобус эсендә инвалидты йөрөтөү, юлдағы фигураларҙы ҡолатмау кеүек нескәлектәр баһаланды.

«Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре араһында конкурс ике тиҫтә йылдан ашыу ойошторола. Бәйге водителдәр һәм кондукторҙар оҫталығын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Сөнки төп маҡсат, әлбиттә, пассажирҙарҙың уңайлығы.

Фото №1 - Иң оҫта кондуктор һәм водитель Башҡортостандың ҡайһы районында йәшәй?

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ