Мемориаль таҡтаташ һалдат уҡыған мәктәп бинаһына ҡуйылды. Сарала хәрбиҙең туғандары, яҡташтары, дуҫтары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Миномет ярсыҡтарынан йәрәхәтләнгән Ильяс Шәмиғоловҡа үҙе һәләк булғандан һуң «Ҡаһарманлыҡ ордены» тапшырылған.
Украинала неонацистарға ҡаршы көрәшкән Ильяс Шәмиғоловҡа 27 йәш булған. Мотоуҡсылар батальонының зениткасылар бүлегендә оператор булып хеҙмәт иткән һалдаттың исемен мәңгеләштереү Бөрйән районында артабан да дауам итәсәк. Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендәге класстарҙың береһе Ильяс Шәмиғоловтың исемен йөрөтәсәк тип көтөлә.
Флорида Ким




