Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән Йәштәр көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Ағиҙел яры буйында ойошторолған байрамда республика башлығы “Майҙансыҡ” сараһында, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә булды. Әүҙем йәштәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. “Бөгөн һеҙҙең янда булыу, дәрт-дарманығыҙ, яҡты фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы”, тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Рәсәйҙә Йәштәр көнө билдәләнә.







