Башҡортостан ҡаҙнаһы быйыл 5 айҙа профицит менән үтәлеп килә

Башҡортостан ҡаҙнаһы быйыл 5 айҙа 8 миллиард ярым һумлыҡ профицит менән үтәлеп килә. Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тулайым бюджет 124 миллиард 452 миллион һумға тулыланған. Был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда, 27 процентҡа күберәк. Ҡаҙна сығымы 116 миллиард һум булған. Бюджет башлыса ойошмалар һәм физик шәхестәр килеменә һалым, акциздарҙан туплана. Ҡаҙна аҡсаһының 80 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелә.

Фото №1 - Башҡортостан ҡаҙнаһы быйыл 5 айҙа профицит менән үтәлеп килә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ