Әбйәлилдәр Өфөлә һабантуй үткәрә. “Алыҫта йәшәгән һәр кемдең район һабантуйына ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Шуға бәйле баш ҡалала ошондай байрам үткәрергә булдыҡ”, тип белдерҙе “Әбйәлил йәштәре” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Шәфҡәт Ғәбитов.
Әбйәлил йәштәре һабантуйы Өфө районы Шамонин ауылында 3 июлдә үтә.







