Был аҙнала Гродно ҡалаһында Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы үтә. Эшлекле йыйын төбәк-ара хеҙмәттәшлек темаһына арнала. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Бөгөн республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Ул шулай уҡ июлдә буласаҡ бер нисә мөһим ваҡиғаны атаны.
Гродно ҡалаһында буласаҡ форумда Беларусь һәм Рәсәй араһында 20-нән ашыу ҙур килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала.




