Башҡортостан вәкилдәре таяҡ тартыш спорты буйынса донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһаны. Мас-рестлинг турниры Саха-Яҡут республикаһында уҙҙы. Унда 46 команда ҡатнашҡан. Башҡорт дәүләт медицина университетынан 30-ҙан ашыу студент көсөн һынап ҡараны. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре булды. Уҡыу йортоноң физкультура буйынса өлкән уҡытыусыһы Илнар Салауатов һөйләй.
Киләһе йылда мас-рестлинг йәғни таяҡ тартыш спорты буйынса донъя чемпионаты Өфөлә үтеүе ихтимал.




