Башҡортостанда юл ремонты ваҡытында башҡарылмаған

Башҡортостанда юлсылар ремонт эштәрен билдәләнгән ваҡытҡа башҡарып өлгөрмәгән. Республикала юл соҡорҙарын ямау 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш ине. Һуңлатыуҙың сәбәбе һауа шарттары менән бәйле, тип белдерҙе бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Башҡортостанда юл ремонты ваҡытында башҡарылмаған

Александр Булушев район хакимиәте башлыҡтарына 10 июлгә тиклем юлдарҙы тикшереп сығырға, етешһеҙлектәрҙе теркәргә һәм һанлы форматҡа күсерергә ҡушты. Соҡорҙар 20 июлгә  ямалырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда юл ремонты ваҡытында башҡарылмаған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ