Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары каникул ваҡытында эшсе һөнәренә өйрәнә

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары каникул ваҡытында эшсе һөнәренә өйрәнә. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала федераль проект тормошҡа ашырыла. Ул “Каникулда һөнәри йүнәлеште билдәләү мәктәбе” тип атала. 5-11 класс уҡыусылары өсөн 49 смена ойошторола. Унда айырым төркөмгә ҡараған 750-нән ашыу егет һәм ҡыҙ йәлеп ителә. Проектта 10 колледж ҡатнаша. Үҫмерҙәр 7 көн дауамында урта һөнәри уҡыу йортонда төрлө һөнәр үҙләштереп үҙҙәрен һынап ҡарай аласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары каникул ваҡытында эшсе һөнәренә өйрәнә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ