Башҡортостан Хөкүмәтендә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы үтәлеше ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтендә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы үтәлеше ҡаралды. Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. 7 йылда программа буйынса 3 мең ярымдан ашыу проект тормошҡа ашырылған. Быйыл финанслау артты һәм 500 миллион һумға етте. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса 645 проект һайлап алынды. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә сығанаҡтарҙан 730 миллион һум йәлеп ителә. Проекттарҙың күбеһе мәктәп, балалар баҡсаһы ремонтлау һәм ҡорамалдар һатып алыу, зыяраттар һәм тирә-яҡты тәртипкә килтереү, юлдарҙы төҙөкләндереүгә бәйле. 

Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәтендә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы үтәлеше ҡаралды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ