Башҡортостан депутаттары ялға китер алдынан иҡтисадты үҫтереүгә бәйле закондар ҡабул итергә йыйына

Башҡортостан депутаттары ялға китер алдынан иҡтисадты үҫтереүгә бәйле закондар ҡабул итергә йыйына. 30 июндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышы уҙа. Унда санкциялар шарттарында иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ иткән мөһим закон проекттары ҡарала. Улар араһында бизнесҡа административ баҫымды кәметеү, ҡулланыусылар кооперативы, сауҙа комплекстары, ИТ-компанияларҙы үҫтереүгә бәйле ҡанун проекттары бар. Каникул ваҡытында депутаттар халыҡ менән осраша, һайлау округтарында “Реаль эштәр” һәм башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡ, тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. 

Фото №1 - Башҡортостан депутаттары ялға китер алдынан иҡтисадты үҫтереүгә бәйле закондар ҡабул итергә йыйына
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ