Республикала ярты миллион самаһы кеше диспансерлаштырыу үткән. Был турала бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
Диспансерлаштырыуҙың төп маҡсаты – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм иҫкәртеү. Быйыл республикала 1 миллиондан ашыу кешенең һаулығын тикшереү ҡарала. “Һәр кем сәләмәтлегенә яуаплы булырға тейеш”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева.
18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын диспансер тикшереүе үтә ала. Ауыл халҡын күсмә медицина бригадалары ҡарай.




