Был турала бөгөн Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, үҙмәшғүл граждандар йәшелсә һәм картуф үҫтереүгә, һатыуға субсидия аласаҡ. Әле был туралағы Хөкүмәт ҡарары әҙерләнә, ул киләһе йыл ғәмәлгә инә.
Шулай уҡ ошо категория һалымдан да азат ителә. Бынан тыш, дәүләт эшкәртеүселәр орлоҡто үҙмәшғүлдән һатып алған осраҡта сығымдарҙың 50 процентын ҡаплай. Әммә был сумма 5 миллион һумдан артырға тейеш түгел. Субсидияны алыу өсөн эшкәртеүсегә үҙмәшғүл менән «Агроконтракт» төҙөү мотлаҡ. Тағы бер йүнәлеш – баҡсасылаҡ ширҡәттәре араһында инфраструктура тыуҙырыу.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы биләмәләргә инженер селтәрҙәре һуҙыу сығымдарының 50, кадастр эштәренең 90 процентын ҡайтарыу буйынса ғаризалар ҡабул итә. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә хаҡлы ялдағы баҡсасыларға бушлай сауҙа урындары ойоштороуҙы ныҡлы контролгә алырға ла ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ике полилингваль белем усағы үҙ ишектәрен аса. Уларҙың береһе Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында, икенсеһе – Учалы ҡалаһында. Шулай уҡ Мишкә районында ошондай мәғариф учреждениеһы асыу буйынса эш алып барыла.
Быйыл объектты төҙкләндереүгә 84 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ремонт эштәре тамамланғандан һуң, киләһе йыл 250 урынға иҫәпләнгән өҫтәмә бинаны сафҡа индереү ҡаралған. Шулай уҡ киләсәктә Бишбүләк, Асҡын райондарында полилингваль белем усаҡтары асыу ниәте лә бар.
Республика башлығы был мәктәптәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да полилингваль мәғариф учреждениеларының юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүен белдерҙе.
Рәмзиә Кәримова







