Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда кәмендә 3,05 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөр тип көтөлә

Рекордлы пландар менән социаль селтәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Төбәк башлығы яҙыуынса, быйыл республикала 1,24 миллион квадрат метр майҙан сафҡа инде.

Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 14 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 8-се, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

«Был беҙҙең төҙөлөш тармағының бик ҙур эше һәм торлаҡҡа инвестиция һалырға, төҙөргә, һатып алырға мөмкинлек бирә торған һөҙөмтәле дәүләт ярҙамы саралары. Төҙөлөш секторы уртаҡ өлкәләрҙе лә күтәрә – төҙөлөш материалдары етештереү, хеҙмәт күрһәтеү, сауҙа, эш менән тәьмин итеү иҡтисадты көсәйтә. Хәҙер республикала барлыҡ төҙөлөш һәм биҙәү материалдары етештереү өсөн сеймал бар тиерлек. Беҙҙең төҙөүселәр производстволар менән тура хеҙмәттәшлек урынлаштырған, был хаҡтарҙы һаҡларға ярҙам итә», – тигән Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда кәмендә 3,05 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөр тип көтөлә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ