Илсе, Өргөн, Юлдаш, Озерный ауылдарында ошо уңайҙан тантаналы саралар үтте. Пункттарға һыу, интернет үткән, электр менән йылытыла. Ҡабул итеү, процедуралар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр бар.
Яңы медицина техникаһы менән йыһазландырылған, бөтә приборҙар, техника яңы. График буйынса терапевт, педиатр һәм белгестәр халыҡты ҡабул итәсәк.
ФАп-тар янындағы участкаларҙы тәртипкә килтереүселәргә ауыл советтарынан Рәхмәт хаттары, медицина хеҙмәте ветерандарына сәскә һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һуңғы ике йылда «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында Учалы районындағы 11 ауылда модулле фельдшер- акушерлыҡ пункттары сафҡа ингән.
Рәмилә Исмәғилева




