Балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы енәйәтселәрҙән ҡотҡарыу өсөн мобиль ҡушымта булдырылды

Хәүефһеҙлек ҡушымтаһы. Балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы енәйәтселәрҙән ҡотҡарыу өсөн мобиль ҡушымта уйлап табыусы Ринат Фәзетдинов программа менән файҙалынырға саҡыра. «Лис» тип аталған ҡушымта телефонда булған осраҡта ярҙамға мохтаж кеше полициянан тыш, ябай кешеләрҙе сигнал менән саҡыра ала. Интернет селтәре аша эшләгән бушлай ҡушымта йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡларға булышлыҡ итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ринат Фәзетдинов балаларҙы педофилдарҙан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы енәйәтселәрҙән һаҡлау өсөн мобиль ҡушымта уйлап тапҡан. Ярҙам һораусы телефонындағы ҡушымтаһында СОС тигән кнопкаға баҫҡас, яҡын тирәләге кешеләргә сигнал килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре алыҫ булған осраҡта, был ҡушымта менән таныш ябай граждандар енәйәт эшен кисектерергә булышлыҡ итә ала. Мобиль ҡушымта 10 километр алыҫлыҡҡа тиклем ярҙамға әҙер шәхестәрҙе эҙләй.

Ҡушымта хәүеф янаған осраҡта ярҙам саҡырыуҙан тыш, юғалған балаларҙы эҙләүгә һәләтле. Телефон экранында агрессия ҡорбандарының фотоһы, телефон номеры һәм геолокацияһы күрһәтелә. Киләсәктә ҡушымта браслет аша ла эшләйәсәк.

Ринат Фәзетдинов

Ринат Фәзетдинов – үҙе ике бала атаһы. Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн мобиль ҡушымтаны осраҡлы ғына уйлап тапмаған. Эшҡыуар 2013 йылда Яр Саллы ҡалаһында урлап үлтерелгән Василиса Галицинаны эҙләүҙә ҡатнашҡан. Кеҫә телефоны булып та ярҙам саҡыра алмаған ҡорбандар араһында балаларҙан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар йәки өлкән йәштәге кешеләр булыуы мөмкин.

Телефонда ҡушымта эшләгәндә уның менән шаярырға ярамай, сөнки ике тапҡыр ярҙам сигналы килгәс сим карта блокировкаға ҡуйылыуы ихтимал. Программа менән ысынлап та, етди хәүеф янаған да ғына файҙаланыу зарур .

Ринат Фәзетдинов, «Lis» мобиль ҡушымтаһы авторы

Программа менән файҙаланыу өсөн телефонда интернет эшләргә тейеш. 1 июндән ҡушымтала меңләп бала теркәлгән. Башҡортостанда йыл башынан балаларға бәйле 2700 күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Программаның авторы билдәләүенсә, маҡсат – балаларға ҡарата ҡылынған енәйәт осраҡтарын мөмкин тиклем кәметеү.

Фото №1 - Балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы енәйәтселәрҙән ҡотҡарыу өсөн мобиль ҡушымта булдырылды
Выборы 2026

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ