Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы йәштәрен тәбрикләү тантанаһында белдерҙе.
Ағиҙел ярында университет тирмәләре. Йәштәр көнө уңайынан Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары төрлө һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Маҡсат – байрамға килеүселәрҙең генә түгел, тәү сиратта абитуриенттарҙың иғтибарын йәлеп итеү. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты байрам майҙансығын асыҡ һауала презентация уҙғарыр өсөн файҙаланды.
Башҡортостан йәштәре менән көслө. Ағиҙел яры буйында йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, республика башлығы шулай тип белдерҙе. Радий Хәбиров уларҙы уҡырға, эшләргә, яңы ҡаҙаныштарға өндәне. Иң әүҙем һәм алдынғы 6 йәш замандашыбыҙ Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Байрам майҙансығына килгән һәр йәш кешегә махсус йылмайликтар тапшырылды. Иң яҡшы юғары уҡыу йорто өсөн тауыш биреү мөмкинлеге булдырылды. Йәштәрҙең йылмайыуын иң күп туплаған университет 2023 йылда Бөтә Рәсәй студент яҙына делегацияһын ебәреү хоҡуғын алды. Финанс яҡтан уларға республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙам күрһәтәсәк.
Рәсми календарҙа 27 июнь йәштәр көнө булараҡ билдәләнә. Байрам уңайынан төрлө күләмле саралар үтә. Йәштәр көнөндә шулай уҡ ҡоро закон ғәмәлгә инә, республикала алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла.
Рафиҡ Әхмәтшин







