Хәйбулла районы Атингән менән Йәнтеш ауылдарында йәшәүселәр байрамға йыйылып, яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһаны. Биләмәлә крәҫтиән-фермер хужалығы берәү генә, етәксеһе – Әхәт Ғиләжев. Сара сиктәрендә йүнсел һабан батырҙарын, ауыл активистарын тәбрикләп үтте. Әхәт Абдрахман улы баҫыу эштәрен башҡарғанда орлоҡҡа, техникаға, ҡул көстәренә ҡытлыҡ булмауын да билдәләне.
Һабантуй майҙанында үҙешмәкәр коллективтар, ағинәйҙәр клубы сағыу концерт менән сығыш яһаны. Тоҡ кейеп уҙышыу, көйәнтә менән йүгереү, арҡан тартыу, күҙ бәйләп көршәк ватыу – теләге булған һәр кем милли уйындарҙа үҙ көсөн һынаны, күңел асты.
Гөлназ Хәйбуллина







