2024 йылға Башҡортостандың тулайым төбәк продуктын 2 триллион ярым һумға арттырыу планлаштырыла. Ошо турала республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Быға ирешеү өсөн дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыу кәрәк. 2024 йылға Башҡортостандың төп капиталына инвестициялар күләмен 650 миллиард һумға еткереү күҙаллана.




