Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә ЮНЕСКО кафедраһы асыла. Республика Башлығы ошо турала белдерҙе. Унда Башҡортостандағы геопарктар өсөн белгестәр әҙерләнә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика тағы бер нисә гуманитар проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй.
ЮНЕСКО берләшмәһенә ҡараған мәктәптәр һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында. Беҙҙең республикала бындай белем усаҡтары 40-ҡа яҡын, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.







