Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда Педагог һәм остаз йылын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Дәүләт етәксеһе ил хөкүмәтенә ойоштороу комитетын булдырыу, исемле йылға төп саралар планын әҙерләү һәм раҫлауҙы йөкмәтте.







