Башҡортостанда быйыл рекордлы 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, әле 1 миллион 240 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 14 процентҡа күберәк. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙә 8-се, Волга буйы федераль округында икенсе урында. Республика 2020 йылда “Стимул” федераль программаһына инде һәм Ағиҙел арьяғында инженер селтәрҙәре төҙөлөшө өсөн ил ҡаҙнаһынан 8 миллиард һум алды.







