Республика янғын арҡаһында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Мәзит ауылында ағас йорт янған. Утта 1960 йылғы ир етди зыян күргән, уны дауаханаға алып киткәндәр. Әммә табиптар ирҙе ҡотҡара алмаған. Учалы районы Миндәк ҡасабаһында ла янғын булған. Ваҡиғала 1961 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.




