“Тәмле һәм үҙебеҙсә!” Бөгөн Өфөлә фенилкетонурия һәм бүтән һирәк ауырыуҙары булған кешеләр өсөн аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Унда башҡорт кухняһы ризыҡтары бешерелде. Белем биреү проектын “Фенилкетонурия Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһы булдырған. “Маҡсатыбыҙ – кешеләргә ярҙам итеү”, - ти берләшмә рәйесе Мәтлүбә Хәкимова. Бындай сараларҙы республика төбәктәрендә лә ойоштороу ҡарала.
Аҡһымға бай булмаған аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәренең яҙмаһын “Фенилкетонурия Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы сайтында һәм социаль селтәрҙә табырға була. Проект Башҡортостан гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Бөгөн халыҡ-ара Фенилкетонурия көнө билдәләнә.








