Республика парламенты депутаттары Донбасс балаларының хыялын тормошҡа ашыра

Мария һәм Наталья бәхетле булһын! Республикала “Теләктәр йәйе” акцияһы Луганск халыҡ республикаһы балаларының хыялын тормошҡа ашыра. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова бөгөн Донбастан мәжбүри күсеүселәр йәшәгән “Березка” пунктында булды. Ул Мария һәм Наталья исемле ҡыҙҙарға бүләк тапшырҙы. “Балаларҙың йылмайғанын күреүҙән дә шатлыҡлыраҡ мәл юҡтыр”, - ти депутат.

Фото №1 - Республика парламенты депутаттары Донбасс балаларының хыялын тормошҡа ашыра
Республика парламенты депутаттары Донбасс балаларының хыялын тормошҡа ашыра

“Теләктәр йәйе” акцияһы июнь аҙағына тиклем дауам итә. Проектты “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойоштора.

Фото №2 - Республика парламенты депутаттары Донбасс балаларының хыялын тормошҡа ашыра
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ