Башҡортостан Хөкүмәтендә яҙғы ташҡын эҙемтәләренә йомғаҡ яһалды. Ултырышты вице-премьер Ирек Сәғитов үткәрҙе. Быйыл республикала оло һыу ҙур зыян килтермәне, яҙғы ташҡын тыныс үтте. 45 йорт һәм 100-ҙән ашыу ихатаға һыу үтеп инде. Боҙ тығылған урындарҙа ваҡытында шартлатыу эштәре алып барылды. Киләһе яҙ ғәҙәттән тыш хәл булмаһын өсөн бөгөндән үк әҙерлек алып барырға ҡушылды. Йылғалар үҙәнен таҙартыу һәм тәрәнәйтеү бурысы тора.




