Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа социаль контракт менән файҙалана ала

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа социаль контракт менән файҙалана ала. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус пандемияһы йәки санкциялар сәбәпле килеме кәмегән үҙмәшғүлдәр һәм шәхси эшҡыуарҙарға 250 мең һум юлларға була. Быйыл 5 айҙа аҙ килемле граждандар 200 миллион һумға 800-ҙән ашыу социаль контракт төҙөгән. Субсидияға шәхси эш өсөн ҡорамалдар һатып алырға, хеҙмәт урынын йыһазландырырға, бинаны ҡуртымға алырға була.

Фото №1 - Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа социаль контракт менән файҙалана ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ