Рәсәйҙә яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса тәҡдим ителә. Үҙәк Банк 30 июндә яңы купюра менән таныштырырға ниәтләй. Унда Мәскәү символдары – Ҡыҙыл майҙан, “Зарядье” паркы, Шухов башняһы, Мәскәү дәүләт университеты бинаһы төшөрөлгән. Аҡсаның икенсе яғында Үҙәк федераль округтары башҡа ҡалаларҙағы билдәле урындар күрһәтелә.




