Башҡортостанда экологик ҡануниәтте боҙған өсөн штрафтан йыйылған аҡса тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелә

Башҡортостанда экологик ҡануниәтте боҙған өсөн штрафтан йыйылған аҡса тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Экологик кодексҡа үҙгәреш индерелә. Закон проектына ярашлы, тәбиғәткә зыян килтергән ойошмаларға һалынған штрафты муниципалитеттар маҡсатлы тотонорға тейеш. Мәҫәлән, аҡса биләмәлә экологик именлек булдырыу йәки зыян күләмен кәметеү сараларына бүленә. Һуңғы өс йылда Рәсәйҙә тирә-яҡты бысратҡан өсөн 40 миллиард һум штраф йыйылған. Был сумманың 2 проценты ғына экологик зыянды ҡаплауға киткән. Закон проекты июндәге пленар ултырышта тулыһынса ҡабул ителеүгә сыға.

Фото №1 - Башҡортостанда экологик ҡануниәтте боҙған өсөн штрафтан йыйылған аҡса тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ