Башҡортостан мәктәптәрендә «Сәләмәт йылмайыу» программаһы буйынса 68 теш табибы бүлмәһе асылған

Барыһының да лицензияһы бар, балалар стоматологияһы өсөн талаптарҙы иҫәпкә алып, заманса дауалау комплекстары менән йыһазландырылған. Стоматологтар уҙған уҡыу йылында 86 меңдән ашыу баланың тешен дауалаған.

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡҡан. 2022 йыл аҙағына тиклем белем усаҡтарында тағы ла 12 теш табибы бүлмәһе йыһазландырыласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә «Сәләмәт йылмайыу» программаһы буйынса 68 теш табибы бүлмәһе асылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ