Эшмәкәрлекте камиллаштырыу юлдары бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған ултырышта ҡаралды. Уны Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов алып барҙы.
Башҡортостанда Терминология хеҙмәте оҙайлы йылдар эшләп килә. Ғалимдарҙы, журналистарҙы, әҙиптәрҙе берләштергән ойошма республикала башҡорт теленең дөрөҫ ҡулланылышы, яҙылышы өсөн күп көс һала. Әммә рәсми нигеҙҙә эшләгән учреждение булмауы, комиссия ағзаларының таныҡлығы юҡлығы мөмкинлектәрҙе сикләй.
Һөҙөмтәлә алтаҡталар хаталы яҙыла, матбуҫғат сараларында ла тел нормаларын белеп етмәү күҙәтелә. Әммә киләсәктә был тәңгәлдә ыңғай үҙгәрештәр булыр тип көтөлә. Сөнки был эшмәкәрлек дәүләт кимәлендә хуплау тапҡан.
Терминология хеҙмәтенең бөгөнгө ултырышында Башҡортостан Фәндәр академияһы йәки Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ҡарамағындағы махсус Терминология үҙәге асыу, үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, журналистар өсөн курстар ойоштороу, ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү хаҡында һүҙ барҙы. Ошонда уҡ Терминология хеҙмәте ағзаларына махсус таныҡлыҡтар тапшырылды.
Документ уларҙың эшмәкрлеген киңәйтергә булышлыҡ итә. Белгестәр фекеренсә, телде боҙоуға юл ҡуйырға ярамай. Эште баш ҡала ла, райондарҙа ла алып барыу мотлаҡ. Әлеге ваҡытта алтаҡталарҙағы хаталар онлайн тәржемә яһауға ла бәйле. Заман технологиялары күп осраҡта мәғәнәнең бөтөнләй юғалыуына килтерә. Республикала берҙәм Терминология үҙәге ойоштороу алтаҡталарҙағы хаталарҙы бөтөрөр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова







