Башҡортостанда ял иткән Луганск балаларының бер төркөмө тыуған яғына ҡайтты

«Зеленые дубки» лагерында улар өс аҙна сәләмәтлеген нығытты. Бынан тыш, республикала Донбасс балаларына вуздарға уҡырға инеү өсөн квоталар ҡаралған. Малай-ҡыҙҙар Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарҙа белем аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өс аҙна Башҡортостан лагерҙарында ял иткән Донбасс балалары онотолмаҫ тәҫьораттар алып юлға әҙерләнә. Малай-ҡыҙҙарҙың ял сәғәттәре күңелле, файҙалы, йөкмәткеле итеп ойошторолған. Улар тиҫтерҙәре араһында яңы дуҫтар табып, быға тиклем таныш булмаған республика менән һоҡланып хушлашты.

Ҡунаҡсыл республикаға килгән балалар өсөн мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы йәйге ял программаһы тәҡдим ителде . Лагерҙарҙа малай-ҡыҙҙарҙың туҡланыуына, ял сәғәттәренә, уйындарға төплө иғтибар бүленде.

Луганск Халыҡ республикаһынан йәйге каникулға килеүсе балалар төркөмө Башҡортостанда тағы ла көтөлә. Төбәктә уларҙың ял ваҡытынан тыш һаулыҡтарын тикшереү һәм нығытыу өсөн шарттар ойошторола.

Балаларҙы Донбассҡа оҙатыу сараһында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты. Ведомство етәксеһе малай-ҡыҙҙарға республика ВУЗ-дарында белем алыу өсөн урындар ҡаралғанын билдәләп, балалар менән аралашты. Максим исемле егеткә ул яратҡан йырсыһы Виктор Цой төшөрөлгән футболка бүләк итте. Үҫмер һөнәр үҙләштереү өсөн Өфө вуздарының береһен һайларға әҙерләнә.

Ике тәүлектән тыуған төйәктәренә ҡайтып етәсәк балаларға хәйерле юл теләп , яңы уҡыу йылын көс һәм дәрт туплап ҡаршы алыу теләктәре еткерелде. Башҡортостанда уларҙың каникулын ойоштороу буйынса күп яҡлы эш артабан да дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда ял иткән Луганск балаларының бер төркөмө тыуған яғына ҡайтты

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ