Балалар өсөн иң шәп ял «Дуҫлыҡ» лагерында

Көтөп алған йәй миҙгеленә аяҡ баҫыу менән балаларҙың оҙайлы каникулы етә. Йәйге ялды һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм мажаралы итеп үткәреү хаҡында уйлана. Бик күптәр ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тиҫтерҙәре менән бергә булыуҙы хуп күрә. Йылайыр районы Юлдыбай ауылы эргәһендә урынлашҡан «Дуҫлыҡ» лагеры хаҡында киләһе сюжетта.

Үткән быуатта үҙ ишектәрен асҡан «Дуҫлыҡ» лагеры төрлө сәнәғәт предприятиеларынан, оло юлдан алыҫ Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан. Йәмле тәбиғәт ҡосағындағы ял итеү үҙәге ата‐әсәләр һәм балалар өсөн бик уңайлы. Июнь башынын уҡ «Дуҫлыҡ» тәүге ял итеүселәрҙе ҡабул итте. Ике сменала барлығы 129 уҡыусы ял итәсәк.

Балаларҙың ялы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн эшкә төрлө уҡыу йорттарынан студенттар йәлеп ителгән. Уларҙың барыһы ла тейешле курс үткән. Беренсе заезда 4 отряд булдырылған, балаларҙың каникулдары матур һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн вожатый һәм тәрбиәселәр бар көсөн һала.

21 көнлөк путевканың 30 проценты ата‐әсәләрҙән, ә ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан түләнә. Лагерь майҙаны иркен, йәшәү корпустары ла төҙөк һәм йылы. Ашханала көнөнә 6 тапҡыр туҡланыу ойошторолған. «Дуҫлыҡ» – йәйге ялдарҙы онотолмаҫлыҡ һәм файҙалы ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя

Фото №1 - Балалар өсөн иң шәп ял «Дуҫлыҡ» лагерында
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ