Сара ике көн дауам итте. Беренсе көн башлыса эшлекле мәсьәләләргә арналһа, иртәгәһенә башҡорт мәҙәниәтен үҙ эсенә алған саралар уҙҙы. Тантаналы шарттарҙа урында күренекле Түңгәүер батырына бюст асылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Йолаларға ярашлы, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы бал-май, йыр-бейеү менән ҡаршы алалар. Үҙебеҙсә, башҡортса. Түңгәүерҙәр ҡорона Өфө, Сибай ҡалалары һәм алты район вәкилдәре Асҡарға йыйылды. Дәртле көйҙәр күңелдәрҙе күтәрҙе, байрам кәйефе бүләк итте.
Түңгәүерҙәрҙе бер тамырҙан булыу ғына түгел, киләсәккә маҡсаттар ҙа берләштерә. Пленар ултырышта ҡаралған мәсьәләләр быға миҫал. Фекер алышыуҙа билдәле тарихсылар һәм крайҙы өйрәнеүселәр ырыу тарихы, шәжәрәһе менән таныштырҙы. Иң мөһиме: булған ҡиммәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырыу, ти вәкилдәр.
Сарала милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бер нисә ырыу вәкиле тәбрикләнде. Ошонда уҡ «Түңгәүер башҡорттары» китабының исем туйы ла үтте.
Түнгәүер ырыуы йыйыны сиктәрендә ырыу батыры Күҫәп Солтанғоловҡа бюст асылды. Скульптура Асҡар ауылы мәҙәниәт һарайы алдында урын алды.
Байрам саралары йыйындың икенсе көнөнә лә дауам итте. Үҙешмәкәр коллективтар тарафынан әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша һәм концерт байрамға йәм өҫтәне. Майҙанда уҡтан атыу, башҡорт триатлоны, бүрәнәлә тамға уйып яһау һәм башҡа милли бәйгеләр ойошторолғайны. Түңгәүер ырыуы батыры Ғаззалли Үтәшев иҫтәлегенә милли көрәш батырҙарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.
Түңгәүерҙәр йыйыны быйыл дүртенсегә үтә. Тәүге тапҡыр осрашыу 1994 йылда ойошторолған. Ҡулдан-ҡулға күскән штандарт быйыл Баймаҡ вәкилдәренә тапшырылды. Тимәк, киләһе ҡорҙо улар ҡабул итә.
Ырыуҙар ҡоро бөтә республика буйлап үтә. Йыйындар ырыуҙар ғына түгел, тотош башҡорт милләтенең тарихын һаҡлаусы, киләсәген үҫтереүсе сара булып тора.
Рәзилә Ғиниәтуллина







