Өфөнөң Яңы күпер урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр ҡыйыҡтан һыу төшөүенә зарлана. Бер нисә йыл элек капиталь ремонт үткәрелһә лә, түбәнән һыу аға. Төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға суд ҡарары ла ярҙам итмәй, ти зыян күреүселәр. Мәсьәлә хәл ителерме? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Түбәләге таптарҙы аҡлап тороуҙың да мәғәнәһе юҡ. Ямғыр яуыу менән, стена буйлап һыу аға башлай. Яҙғыһын ҡар иреү тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Йылдар буйы дымланып түбә бүртеп сыҡҡан. Хатта, килеп төшөүе ихтимал. Ата-әсәләр балаларының хәүефһеҙлеге өсөн борсола.
Проблема бинанаң өсөнсө ҡатында йәшәүселәрҙе борсой. Йәмғеһе 4 фатир хужалары зыян күрә. Проблема 2015 йылда элекке ҡыйыҡты алмаштырғас башланған. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында зыян күреүселәр Төбәк операторына мөрәжәғәт иткән. Әммә төҙөкләндереү эштәре суд ҡарарынан һуң да тормошҡа ашырылмай. Ремонт 4 миллион һумға баһалана. Был бойондороҡһоҙ эксперттар фекере буйынса.
Тимәк, проблема ыңғай хәл ителәсәк. Яуаплы ведомство суд ҡарары буйынса тейеш булған эштәрҙе тулыһынса тормошҡа ашырырға вәғәҙәләй. Йорт ҡыйығын төҙөкләндереү көҙгә тамамланыр тип көтөлә.




