Республикала йод менән байытылған йогурт етештерелә башланы

Республикала йод менән байытылған йогурт етештерелә башланы. “Һөт кухняһы” ризығы һатыуға сығарылған. Башҡортостан йод ҡытлығы күҙәтелгән төбәктәр исемлегендә. “Был матдә етешмәгән осраҡта, ҡайһы бер ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Зәкиә Тереғолова.

Республикала йод менән байытылған йогурт етештерелә башланы

Быға тиклем йодланған йогурт менән 90-ға яҡын балалар баҡсаһы һәм мәктәп тәьмин ителде. Яңы уҡыу йылынан уҡыусыларға ошо продукт таратылған тәрбиә һәм белем усаҡтары арттырыла. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ризыҡты “Һөт кухняһы”ның таратыу пункттарында һатып алырға мөмкин.

Фото №1 - Республикала йод менән байытылған йогурт етештерелә башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ