Республика юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы бара. Башҡорт дәүләт университеты - киң профилле белгестәр әҙерләгән классик уҡыу йорто. Вуз 5 институт, 10 факультет һәм республика район-ҡалаларында 4 филиалды берләштерә. Башҡорт филологияһы, журналистика, шәрҡиәт һәм африканистика факультетына уҡырға инергә теләүселәргә 6 көнсығыш телен үҙләштереү тәҡдим ителә, ти Шәрҡиәт һәм башҡорт теле ғилеме кафедраһы доценты Лилиә Абдуллина.
Абитуриенттар уҡыу йортона килеп, почта аша йәки электрон тәртиптә документ тапшыра ала. Быйыл республика вуздарында 13 мең ярым бюджет урыны булдырылған.




