12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов Усолка йылғаһында ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙә 12 йәшлек малайҙың батырлығы тураһында яҙа. Радмир Хөснөтдинов Усолка йылғаһында ике кешенең ғүмерен ҡотҡара. Икенсе клас уҡыусыһы йылғала бата башлай. Уға ярҙамға килгән атаһы үҙе лә батат башлай. Радмир иһә юғалып ҡалмай, шунда уҡ һыуға һикерә һәм ҡотҡарыу түңгәләге ярҙамында батыусыларҙы һөйрәп сығара. Район етәксеһе малайға һәм уны ҡыйыу итеп тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Фото №1 - 12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов Усолка йылғаһында ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ