Өфөлә ҙур аварияла 11 йәшлек бала имгәнгән

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Өфөлә теркәлгән аварияла 11 йәшлек бала имгәнгән. Пушкин һәм Карл Маркс урамдары киҫелешендә “Форд” пассажир автобусы, “Субару” һәм “Ауди” автомобилдәре ҡатнашлығында юл ҡазаһы булды. Автоинспкторҙар хәбәр итеүҙәренсә, ситкә сығып осҡан автобус өс йәйәүлене имгәтә, 11 йәшлек бала ла зыян күрә. “Ауди” водителе һәм салонда ултырған өс кеше лә тән йәрәхәттәре алған. Улар дауаханаға оҙатылған. Автобуста пассажирҙар булмаған. Водителе зыян күргән. Прокуратура күмәк кеше ҡатнашлығындағы авария сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота.

Фото №1 - Өфөлә ҙур аварияла 11 йәшлек бала имгәнгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ