Республикала Тәржемә үҙәге булдырыла. Ул Башҡортостан фәндәр академияһына ҡараясаҡ. Хөкүмәттә “Республика халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса Терминология комиссияһы ултырышы үтте. Унда Тәржемә үҙәге асыу буйынса ла фекер алышыу булды. Уны булдырыу башланғысын Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов хупланы. Проект авторҙары әйтеүенсә, үҙәк республикала руссанан башҡортсаға тәржемә итеү эшенә иғтибарҙы көсәйтә. “Тәржемә үҙәге телгә бәйле байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирә”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.







