Башҡортостанда оло йәштәгеләр социаль турҙар барышында шифаханаларҙа ял итә ала

Башҡортостанда оло йәштәгеләр социаль турҙар барышында шифаханаларҙа ял итә ала. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы пенсионерҙар, инвалидтар һәм етем балалар өсөн социаль турҙар исемлеген раҫланы. Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр “Янғантау”, “Яҡтыкүл”, “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Ҡарағай” шифаханалары һәм башҡа урындарҙа ял итә ала. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре республика буйлап экскурсия барышында Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Янғантау”, “Торатау” геопарктарына, ҡурсаулыҡтарға бара ала.

Фото №1 - Башҡортостанда оло йәштәгеләр социаль турҙар барышында шифаханаларҙа ял итә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ