Башҡортостанда тәбиғәт янғындарын иҫкәртеү буйынса программа раҫланды. Беҙҙең республика “Урманды һаҡлау” тигән федераль проектта ҡатнаша. Уға ярашлы, ут менән көрәш өсөн тейешле техника һәм йыһаздар һатып алына. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙаҡҡы өс йылда 285 миллион һумға 102 берәмек махсус транспорт һәм 500-гә яҡын ҡоромал ҡайтарылған. Программа урман янғының ауылдарға күсеүен туҡтатыу, техника резервын булдырыу, ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатынан әҙерләнгән. Бының өсөн урман тирәләй ерҙе һөрөргә, юлдарҙы тәртипкә килтерергә һәм ҡырҡынтылар булдырырға, быуалар быуырға кәрәк.







