Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителә

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителә. Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша ала. Конкурс сентябрҙә Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында үтә. “Бәйге сиктәрендә быға тиклемге конкурстар еңеүселәре, халыҡ йырсылары, бейеүселәр ҡатнашлығында концерттар ойошторола”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова.

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителә

Йомабай Иҫәнбаев – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Милли сәнғәтте сит илдәрҙә күрһәткән беренсе ҡурайсы.

Фото №1 - Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ