Нәзифә Ҡадырова – Өфөнөң Почетлы гражданы. Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисына күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм баш ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ошондай мәртәбәле исем тапшырылды. “Өфө яратҡан ҡалам, бында мин бәхетемде таптым, халыҡ һөйөүен ҡаҙандым”, - ти танылған йырсы.
Нәзифә Ҡадырова башҡарған йырҙар республиканың Алтын фондына индерелгән.




