Владимир Путин ҡул ҡуйған указ буйынса байрам йыл һайын 8 июлдә билдәләнәсәк. Был көн халҡыбыҙҙың ғаилә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, улар нигеҙендә балалар һәм йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн булдырыла.
Башҡоростанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө 2019 йылдан башлап, Бөрө ҡалаһында киң билдәләнә. Күркәм традицияға Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбированың башланғысы нигеҙ һалды. Был көндө Радий Хәбиров «Ата-әсәлек даны» һәм «Әсәлек даны» дәүләт наградаларын, «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» йәмәғәт наградаһын тапшыра.
Байрам боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы Бөрөлә үҙәк майҙанда үтә. Хоровод, кәсепселәр күргәҙмәләре ойошторола. Быйыл күңел асыу саралары көндөҙгө 3-кә тәғәйенләнгән. Программа буйынса унда Рәсәй эстрадаһы артистары, шул иҫәптән йондоҙло ғаилә Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбиндың сығышы көтөлә.







