Ун ике йәшлек Радмир Хөснөтдинов ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Батыр йөрәкле малай Ғафури районындағы Көгөш йылғаһында батып барыусыларҙы ярға сығарған.

Стәрлетамаҡтан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән уҡыусы уҙған шәмбе йылға буйына ял итергә төшкән булған. Ошо мәлдә уның күҙ алдында бәләкәй бала бата башлаған. Ярҙамға ашыҡҡан атай кеше лә улын һыуҙан үҙаллы сығара алмаған. Ваҡиға шаһиты шунда уҡ һыуға һикереп ярҙамға ташланған һәм ҡотҡарыу түңәрәге менән уларҙы тартып сығарған.

«Малай батып үлер, тип кенә ҡурҡтым. Ә уларҙы атаһы менән икеһен һөйрәү ауыр булманы. Мин яҡшы йөҙәм, дүртенсе кластан йөҙөү менән шөғөлләнәм» – тигән йәш герой.

Һыу инеп йөрөгәндә кемдер ярҙамға саҡырғанын ишеттем. Боролоп ҡараһам, эргәләге малайҙың бата башлауын күрҙем. Эргәһенә йөҙөп барғас, ул минең ҡотҡарыу түңәрәгенә тотоноп торҙо. Ошо мәлдә атаһы ярҙамға килде, әммә ул йөҙә белмәгән булған. Мин икеһен дә ярға һөйрәп сығарҙым.

Радмир Хөснөтдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 6-сы гимназияһы уҡыусыһы
Фото №1 - Ун ике йәшлек Радмир Хөснөтдинов ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ