Пушкин һәм Карл Маркс урамдары киҫелешендә өс транспорт сараһы берелеште. Юлды «Форд Транзит» автобусы, «Субару Форестер» һәм «Ауди А4» автомобилдәре бүлешә алмаған.
«Ауди» водителе һәм уның өс пассажиры дауаханаға оҙатылған, өс йәйәүлегә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән. Өфө ҡалаһы прокуратураһы осраҡ буйынса тикшереү барышын контролгә алыуы тураһында белдерҙе.




